"Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында" хәтер сәғәте
Рәсәй Федерацияһы Президентының һуҡырҙар өсөн «Башҡортостан - геройҙар иле» тарихи – мемориаль үҙәген булдырыу буйынса грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 2024 йылдың 8 ноябрендә Өфө медицина колледжында «Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында» хәтер сәғәте үтте.
Ватанды һаҡлауҙа һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса «Эҙләнеү» дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең эҙләнеү отряды командиры Елена Вязовцева үҙенең презентацияһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы илдәр, уларҙың ҡоралланыуы һәм кеше юғалтыуҙары тураһында һөйләне. Фашистик Германияны еңеүҙә Советтар Союзының төп ролен асыҡ иҫбатланы.

Елена Александр ҡыҙы студенттарҙы тыл хеҙмәткәрҙәренең батырлығы, Өфөгә эвакуацияланған предприятиеларҙың: заводтарҙың, ғилми институттарҙың, йәмәғәт ойошмаларының; ҡалала һәм республикала госпиталдәрҙең эше менән таныштырҙы. Туранан-тура тифлокомментарий ярҙамында һуғыш йылдарындағы фотоһүрәттәрҙе, документтарҙы күрһәтте. Тыңлаусылар Башҡортостандың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында кавалерия дивизиялары, миномет, артиллерия, гаубица полктары составында 740 меңдән ашыу яугирҙы фронтҡа оҙатыуын белеп ҡала. Фронтҡа аҙыҡ-түлек, аҡса, әйберҙәр менән тәьмин итеүҙә ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостанда 44 госпиталь асыла, шуларҙың 29-ы Өфөлә. Һуҡыр кешеләрҙең Еңеүгә индергән өлөшө тураһында айырым һөйләне. Уларҙың күпселеге ваҡ деталдәр йыйыу, маскировка селтәрҙәрен бәйләү, госпиталдәрҙә яраланғандар өсөн музыкаль әҫәрҙәр башҡарыу аша мөмкин булғандың барыһына ла ярҙам итә... һуҡырҙар араһында 11 Советтар Союзы Геройы.
Тактиль күргәҙмә экспонаттары хәрби көнкүрештең бөтә ауырлығын һәм ҡатылығын күрһәтә: авиабомба ярсыҡтары, атыу ҡоралы деталдәрен, амуниция әйберҙәрен: каскалар, флягалар, сапер көрәктәре, аҙыҡ ҡабул итеү өсөн приборҙар.
#ГРАНТПРЕЗИДЕНТАРФ #БРСБСГРАНТ