Башҡортостан махсус һуҡырҙар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре III «Пульс» төбәк-ара форумында ҡатнашты
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһының ял ваҡытын ойоштороу бүлеге мөдире менән әйҙәүсе методист Диана Панчихина III «Пульс» төбәк-ара форумында ҡатнашты.
Китапханалар юҫығындағы был киң ҡоласлы сара тәжрибә уртаҡлашыу, яңы белем үҙләштереү һәм ижади эҙләнеүҙәр маҡсаты менән ойошторолдо.
Форумдың бай программаһы ике көнгә бүленде: беренсе көндә ҡатнашыусылар командаға тупланыу буйынса күнекмәләр үтте, Сберҙың "Школа 21" кампусында булып, алдынғы һанлы ҡорамалдар менән танышты. Атҡаҙанған спорт оҫтаһы, Паралимпия уйындары призеры Анна Кулинич-Сорокина менән осрашып, уның ауырлыҡтарҙы еңеү буйынса шәхси тарихын тыңлау йәш китапханасыларҙы айырыуса тетрәндерҙе, уйландырҙы, рухландырҙы.
Шулай уҡ программа сиктәрендә белгестәр ҡатнашыусылар өсөн тыуған яҡты өйрәнеү буйынса уйын алымдары һәм яһалма зиһенде ҡулланыу йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте.
Форумдың икенсе көнө лә файҙалы һәм һөҙөмтәле уҙҙы: "Мәҙәниәт коды" квиз-уйыны гөрләне, китапханасылар телефонға видео төшөрөү һәм социаль селтәрҙәргә кеше йәлеп итеү алымдарына өйрәнде, китаптың илһөйәрлек рухын тәрбиәләүҙәге роле буйынса фекер алышыуҙа һәм "Китапханалар киләсәге" Бөтә Рәсәй конкурсының исем туйында ҡатнашты.
Форум "Пульс-старт" йәш китапханалар башланғысы конкурсына йомғаҡ яһай һәм резолюция ҡабул итеү менән тамамланды.















