Башҡортостан Республикаһы һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы фондына яңы баҫмалар шәлкеме

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһы фонды яңы китаптар менән тулыланды.

 

Уҡыусылар иғтибарына 2026 йылда Мәскәүҙең «Сирень» нәшриәтендә донъя күргән әҙәбиәт тәҡдим ителә. Бөтә баҫмалар ҙа күреү һәләте насар булған кешеләр өсөн яраҡлаштырылып, уҡырға уңайлы форматтарҙа сығарылған.

 

Яңы китаптар жанр төрлөлөгө менән хайран итә, улар исемлегенә Рәсәй һәм сит ил авторҙарының әҫәрҙәре, классик проза, документаль әҙәбиәт, балалар өсөн баҫмалар ингән.

 

Классик һәм хәҙерге заман нәфис әҙәбиәте:

 

• Антуан де Сент-Экзюпери — «Хәрби осоусы» (роман, 3 китапта, 16+)

• Сыңғыҙ Айтматов — «Жәмилә» (повесть, 16+)

• Наринэ Абгарян — «Симон» (роман, 5 китапта, 16+)

• Мария Метлицкая — «Һаҡ булығыҙ, ишектәр ябыла» (роман, 4 китапта, 16+)

• Мария Метлицкая — «Тоғро ир» (роман, 3 китапта, 16+)

• Даниэла Стил — «Версаль тарихы» (роман, 8 китапта, 18+)

• Анель Ким — «Доусондар ғаиләһе серҙәре» (роман, 4 китапта)

 

Мауыҡтырғыс сюжетлы әҙәбиәт һәм детективтар:

 

• Дарья Донцова — «Көрәктән аш» (детектив, 3 китапта, 16+)

• Анна Орехова — «Үлем тауыштары аҫтындағы Барселона» (детектив, 4 китапта, 16+)

 

Документаль, публицистик һәм фәнни-популяр әҙәбиәт:

 

• Денис Коваленко — «Рәсәй геройҙары тураһында хикәйәләр» (публицистика, 2 китапта, 12+)

• Тур Хейердал — «"Кон-Тики"ла сәйәхәт» (сәйәхәтсе яҙмалары, 4 китапта, 12+)

 

Балалар әҙәбиәте һәм махсус баҫмалар:

 

• Алексей Толстой — «Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары» (әкиәт-повесть, 2 китапта, 0+)

• Елена Семченко — «Тактиль галерея. Иван Айвазовский “Йәйғор”» (махсус баҫма, 6+).  әйткәндәй, был китап тифлофонд өсөн айырым ҡиммәткә эйә, сөнки ул күрмәгән уҡыусыларға һынлы сәнғәт гәүһәрҙәре менән тотоп ҡарап танышырға мөмкинлек бирә.

 

Барлыҡ баҫмалар тейешле техник эшкәртеү эштәрен үтте, каталогтарға индерелде һәм китапхана фондына таратылды.

 

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапханаһының яңы китаптары менән танышырға саҡырабыҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.