новогодний календарь
Девяностолетие библиотеки

Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концерт программаһы

Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концерт программаһы
11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителеү көнөн — Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләй.
Байрам алдынан М. Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында «Сәскә ат, тыуған яғым — Башҡортостан!» исемле ҙур тантаналы концерт үтте. Сарала китапхананың әүҙем уҡыусылары һәм профессиональ артистар ҡатнашты.
Сара Башҡортостан Республикаһының гимны менән асылды. Артабан тамашасылар алдында һәләтле вокалсылар — Азат Закиров, Зарема Сөләйманова, Ильдус Богданов, шулай уҡ китапхананың уҡыусылары Рима Хөсәйенова һәм Олег Бугров сығыш яһаны. Улар башҡорт һәм рус телдәрендә билдәле йырҙар башҡарҙы, тыуған ерҙең матурлығын, халыҡтар дуҫлығын һәм Башҡортостандың батыр улдарын данлаған шиғырҙар уҡыны.
Байрамдың махсус ҡунағы булып Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Урал Мортазин сығыш яһаны. Ул — Ф. Ғәскәров исемендәге ГААНТ ветераны, Наполеон һуғыштары һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы башҡорт атлыларын тергеҙеүсе реконструктор, шулай уҡ традицион уҡ атырға өйрәтеүсе тренер.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.