Башҡортостандың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы Республика көнөнә арналған байрамда ҡатнашты
11 октябрҙә Башҡортостан үҙенең төп дәүләт байрамын — Республика көнөн билдәләй. Тап ошо көндө 1990 йылда Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителә.
Өфөлә тантаналы саралар 9 октябрҙә үк башланды. «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә иҫтәлекле датаға арналған ҙур тамаша үтте. Байрам сараһында М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһы ла әүҙем ҡатнашты.
Ҡунаҡтар иғтибарына «Минең тыуған төйәгем — Башҡортостан» тип аталған ҙур китап күргәҙмәһе тәҡдим ителде. Экспозицияға республикабыҙҙың бай тарихы, төрлө-төрлө мәҙәниәте, быуаттар төпкөлөнән килгән йолалары һәм халыҡтары тураһында бәйән итеүсе баҫмалар тупланған.
Күргәҙмәнең төп ҡиммәте һәм ысын биҙәге – махсус форматтағы әҙәбиәт: китапхананың үҙе тарафынан сығарылған уникаль рельефлы-график баҫмалар, ҡулдан эшләнгән тактиль китаптар. Был баҫмалар инклюзив мәғрифәтселектә мөһим роль уйнай — улар күрмәүсе һәм насар күреүсе уҡыусыларға тыуған яҡтың матурлығын һәм үҙенсәлеген бармаҡ остары менән «күрергә», уның мәҙәни мираҫына ҡағылырға һәм үҙҙәрен оло байрамдың бер өлөшө итеп тойорға мөмкинлек бирә.















