Новости

24.02.2014
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ҡәҙерле дуҫтар! Социаль селтәрҙәрҙәге китапханабыҙ яңылыҡтары менән танышып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең яңылыҡтарға яҙылығыҙ. Беҙҙең сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙәге битебеҙҙә һеҙ - беҙгә килтерелгән һәм килтерергә планлаштырылған яңы китаптар исемлеге менән дә, төрлө саралар менән дә таныша алаһығыҙ.
21.02.2014
2014 йылдың 20 февралендә Нефтекама ҡалаһында республика “Үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре” муниципаль бюджет учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан “Тормошта мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн китапханаларҙы яҡынайтыу” тип аталған тифлосессия үткәрелде. Тифлосессия эшендә Нефтекама ҡалаһынан, Дүртөйлө, Борай райондарынан һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе ижтимағи-мәҙәни мөхиткә ылыҡтырыу, яраҡлаштырыу менән әүҙем шөғөлләнеүсе белгестәр ҡатнашты.
 
17.02.2014

2014 йылдың 18 февралендә Өфө ҡарттар һәм инвалидтар йортонда һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһының хеҙмәткәрҙәре композитор Евгений Крылатовҡа 80 йәш тулыуы айҡанлы музыкаль кисә үткәрәләр.

Евгений Крылатов – совет һәм рәсәй композиторы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы, СССР дәүләт премияһы лауреаты, композиторҙар союзы ағзаһы.

Евгений Крылатов үҙенең ижади ғүмерендә төрлө жанрҙарҙа күп әҫәрҙәр ижад итә: симфоник, камерный, эстрада музыкаһы, драма театры, радио һәм телевидения өсөн яҙылған  музыка. Кинематографиялағы ижады бигерәк тә уңышлы.  Евгений Крылатов 140 яҡын фильмдарҙың музыкаһының авторы булып тора.

 

 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.