Новости

14.02.2014
Памятка
Афғандан совет  ғәскәрҙәрен сығарыуға 25 йыл үтеүенә айҡанлы Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы «Афған көл-күмере минең йөрәгемде һыҙлата» тигән хәтер дәфтәрен сығарҙы. Хәтер дәфтәре эре шрифт менән баҫылған һәм юғары класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән.
Хәтер дәфтәренең һынау өсөн сығарылған тәүге тиражы махсус рәүештә 28-се Өфө махсус (коррекцион) мәктәп-интернаты уҡыусылары иғтибарына тапшырылды. Мәктәп-интернатта шундай уҡ исемле кисә үтәсәк. Уҡыусылар махсус китапхананың хеҙмәткәрҙәре менән бергә афған геройҙарына арнап хәтер кисәһе үткәрәсәктәр, унда шиғыр һөйләйҙәр, һуғыш ветерандары менән осрашыу буласаҡ.
 
 
 
11.02.2014
2014 йылдың 12 февралендә 14 сәғәттә һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында «Миңә кино һөйләгеҙ» проектын бойомға ашырыу нигеҙендә  «Барьерһыҙ кино» клубы ағзаларына «Барьерһыҙ кино. Һуҡырҙар өсөн кино нимә ул?» тигән темаға фекер алышыу буласаҡ. Фекер алышыуҙан һуң тифло-аңлатмалы (тифлокомментарий) «Ысын әкиәт» тигән фильм күрһәтеләсәк (Режиссеры С. Безруков, 2011 йыл).
Хәҙерге заман һуҡырҙары һәм насар күреүселәре уңайлы тормош шарттарына кунеккән: улар китап уҡый, компьютерҙар ҡулланалар, радио тыңлайҙар, шахмат уйнайҙар, саңғыла йөрөйҙәр. Күп нәмә шартлы һәм аңлайышлы. Ә хәҙер тифло-аңлатмалы кино. Тифло-аңлатма(тифлокомментарий) – кинола геройҙар бер һүҙ ҙә әйтмәгән ваҡытта, экранда барған күренешкә аңлатма биреү. Профессиональ тифло-аңлатма ниндәй хәрәкәт барғанын, геройҙар ниндәй кейем кейгәндәрен, уларҙың йөҙҙәрен аңлатып әйтеп ебәреүе була күҙ алдына төрлө һүрәттәр килә башлай.
 
 
 
10.02.2014
"Композитор Салауат Низаметдинов үлем тураһында уйланманы ла, йыйынманы ла, ләкин шулай килеп сыҡты. Күп нимәгә өлгөрҙө, ләкин бөтә уйҙарын тормошҡа ашыра алманы. Үҙенең иң яҡшы тип һанаған, һигеҙенсе операһының постановкаһын планлаштыра. Башҡортостан Республикаһының һәм үҙенең яратҡан Өфө ҡалаһының хәҙерге мәҙәниәтенең торошо тураһында ныҡ борсола. Президенттың уға ҡарата ярҙамы булыуына ҡыуанды һәм ғорурланды.Салауат кем менән бер тигеҙ һөйләшергә, ә кемгәлер бөтөнләй үҙенең йөрәгенә юлды ябыуҙы нескә тоя. Ошолай итеп ул йәшәй һәм ижад итә. Яҙған әҫәрҙәре араһында “Салауат. Тәүбә итеү.” тигән китабы айырым урын алып тора. Унда тарихи персонаждар һәм үткәнде хәтерләүҙәр, ысын барлыҡ һәм киләсәк оҫта аралашҡан.                         
 
 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.