Девяностолетие библиотеки

"Этнос миндә йәшәй" фотоһүрәттәр күргәҙмәһе 

Выставка фоторабот «Этнос живет во мне»
16 апрель махсус китапханала «Этнос миндә йәшәй»фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды.
Фотопроект ҡатын-ҡыҙҙарҙың белем кимәлен күтәреүгә, ижади потенциалын киңәйтеүгә һәм мәҙәни үҙенсәлекте дөрөҫ аңлауға йәлеп итеүгә йүнәлтелде.
Фотоһүрәттең популярлығы һәм асыҡлығы аша проект үҙенең милли мираҫы һәм этностың үҙенсәлеге өсөн ғорурлыҡ белдерергә мөмкинлек бирә. Шулай уҡ йәшәү төбәгенең мәҙәниәте һәм йолаларына ҡарауын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Үҙ тамырҙарын һәм этносын белеү шәхси үҫеш һәм үҙ-үҙен танып белеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, был ҡатын-ҡыҙҙарға донъялағы үҙ урынын яҡшыраҡ аңларға, үҙ мәҙәниәтен һәм традицияларын хөрмәт итергә һәм ҡәҙерләргә, шулай уҡ үҙ-үҙен баһалауҙы формалаштырырға мөмкинлек бирә.
Был этносҡа ҡарауыңды һыҙыҡ өҫтөнә алыу ғына түгел, башҡорт мәҙәниәтен һәм мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә илһамландырыу һәм өлөш индереү мөмкинлеге лә.
Проектта башҡорт тирмәһендәге Башҡортостан Республикаһы Милли музейы майҙансығында төшөрөлгән төрлө һөнәрле һәм милләтле 34 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты, был уй-ниәттең тәрәнлеген һәм көсөн тағы ла арттыра.
Проектты ойоштороусы һәм стилист Ольга Артье һәм фотограф Евгения Уланова проектты үткәреүҙә күрһәтелгән ышаныс һәм ярҙам өсөн бөтә партнерҙарға рәхмәт белдерә. Башҡортостан Республикаһының Милли музейына һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының «Технология һәм кейем конструкцияһы» кафедраһына айырым рәхмәт.
Күргәҙмә 15.00 сәғәттә асыла.
Адресы: Өфө, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.