Һайлау хоҡуғы буйынса конкурс
2025 йылдың 22 апрелендә 18 йәштән өлкән физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса республика конкурсы үтте. Сара М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында уҙҙы.
Конкурсты ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, шулай уҡ Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров һәм Октябрь райондары һайлау комиссиялары һәм «Бөтә рәсәй инвалидтар йәмғиәте»дөйөм рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика ойошмаһы сығыш яһаны.

Һайлау хоҡуғы һәм процесы белгестәре викторина уйыны барышында теоретик һорауҙарға яуап биреп ярышты, шул уҡ ваҡытта улар үҙҙәренең белемен генә түгел, яуаптарҙың тиҙлеген дә күрһәтте. Дөйөм алғанда, конкурс комиссияһы конкурста ҡатнашыусыларҙың әүҙемлеге һәм уларҙың әҙерлек кимәле менән ҡәнәғәт ҡалды.
Иң күп призлы балл йыйған конкурста ҡатнашыусылар дипломдар һәм иҫтәлекле сувенирҙар менән бүләкләнде. Бүләкләү тантанаһын Өфө ҡалаһының район территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре Таһир Закиров һәм Илдар Мәсәғүтов үткәрҙе.