Девяностолетие библиотеки

Новости

11.04.2025
Издана книга Яныбая Хамматова для незрячих
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тифлобаҫма бүлегендә Яныбай Хаммат улы Хамматовтың "Салауат" китабы баҫылып сыҡты. Әҫәр Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына арнала.
Әҫәр башҡорт телендә һуҡырҙар өсөн ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән 4 китапта нәшер ителде.
11.04.2025
Издана книга о деятельности библиотеки для незрячих
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында "Иртәгә һәм бөгөн аҡыл ғибәҙәтханаһы" китабы донъя күрҙе. Китап ҡабарынҡы-нөктәле Брайль шрифты менән нәшер ителгән.
Китапта башҡорт һуҡырҙар өсөн китапханаһы ойошторолғандан алып 90 йыллыҡ эшмәкәрлеге осоро тураһында бәйән ителә. Баҫма махсус китапхананың юбилейына арналды.
11.04.2025
Книжная выставка «Первый космонавт Земли».
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы ҡулланыусылары иғтибарына "Ерҙең тәүге космонавы" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Юрий Алексей улы Гагарин 1934 йылдың 9 мартында Смоленск өлкәһе хәҙерге Гагарин районы Клушино ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1949 йылда Люберцы ҡалаһындағы 10-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә. Саратов аэроклубында шөғөлләнә. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.