Новости

03.05.2024

Виктор Астафьевҡа бағышлана 

Виктору Астафьеву посвящается

2024 йылдың 1 майында күренекле рус совет яҙыусыһы Виктор Петр улы Астафьевтың тыуыуына 100 йыл тула.
В. П. Астафьевтың ватан әҙәбиәте үҫешенә индергән өлөшөн иҫәпкә алып, президент указы буйынса 2024 йыл Астафьевтың 100 йыллығын байрам итеү йылы тип иғлан ителә.

03.05.2024

"Астафьев әҫәрҙәре аша Рәсәйҙе асабыҙ" китап күргәҙмәһе 

Книжная выставка «Читаем Астфьева – открываем Россию»
Махсус китапхана абонементы "Астафьев әҫәрҙәре аша Рәсәйҙе асабыҙ" китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. 
Виктор Астафьев 1924 йылдың 1 майында Ҡыҙылъярҙан алыҫ түгел Овсянка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1931 йылда ул ата-әсәйһеҙ, өләсәһе тәрбиәһендә ҡала. Был ауыр мәлдәр һуңынан "Һуңғы баш эйеү" йыйынтығына һәм "Мин булмаған фоторәсем", "Алһыу яллы ат" хикәйәләрендә сағыла. 
02.05.2024

Китапханасылар һәм журналистар диктантты "бик яҡшы" билдәһенә яҙҙылар

Библиотекари и журналисты написали диктант на «отлично»
Был көндө республиканың төп китап һаҡлағысында ысын байрам үтте. Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә матур сараға ҡушылырға теләгән өфөләр йәнә йыйылды. Диктантта ҡатнашыусыларҙы китапхана хеҙмәткәрҙәре Ислам Байғужин һәм Гүзәл Сәлихова Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры менән ҡаршы алды. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.