Китапхананың әйҙәүсе методисы Диана Панчихина «Йыл китапханасыһы — 2026» исеме өсөн көрәшәсәк

Һуҡырҙар өсөн М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус китапханаһының әйҙәүсе методисы Диана Алексеевна Панчихина «Йәш белгестәр» (39 йәшкә тиклем) номинацияһында «Йыл китапханасыһы — 2026» бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында ҡатнаша.

 

Диана Алексеевна бик мөһим эш алып бара: хеҙмәттәштәре өсөн күреү мөмкинлегенән мәхрүм уҡыусылар менән эшләү буйынса методик ҡулланмалар һәм кәңәштәр уйлап сығара, күрмәүсе һәм насар күреүсе балалар һәм өлкәндәр өсөн сағыу интерактив саралар ойоштора.

 

Китапхана нигеҙендә интерактив викториналар менән уникаль онлайн-платформа эшләү – уның иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе. Был проект өсөн Диана Алексеевна ассоциатив тауыштар рәтен ентекләп һайлап, профессиональ тауыш яҙҙырыуҙы ойошторҙо. Уның тырышлығы менән әкиәттәр терелеп, кескәйҙәр өсөн аңлайышлы булған тылсымлы интерактив мөхит булдырылды.

 

Был изге эштә йәш уҡыусыларға һөйкөмлө персонаж-аудиогидтар — Ириска ҡуяны һәм Мәкәримушка (Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин хөрмәтенә аталған китапхана талисманы) ярҙам итә.

 

Уның проекттары менән рәсми видеовизиткала яҡындан танышырға мөмкин.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.