Новости

19.02.2026
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам программаһы

23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Был байрам илдең хәрби тарихына һәм уның именлеген һаҡлаусыларға хөрмәт күрһәтеүҙе символлаштыра. Башҡортостан һуҡырҙар өсөн китапханаһы «Ир-егеттәрҙе данлайбыҙ» байрам программаһын уҙғарып, тантаналарға ҡушылды.

17.02.2026
Агния Бартоның тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында рус балалар шағирәһе А. Л. Бартоның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған «Күңелле бала саҡ илендә» әҙәби сәғәте үтте. Сарала Өфөнөң 126-сы мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.

16.02.2026
Н. С. Лесковтың тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһе

М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы абонементы Н.С. Лесковтың тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған китап күргәҙмәһенә саҡыра.

Күргәҙмәлә махсус китапхана фондынан баҫмалар тәҡдим ителә.

Брайль рельефлы-нөктәле шрифты менән баҫылған китаптар:

Лесков, Н.С. Сочинения [Шрифт Брайля]: В 3 т. Т. 3. Повести. Рассказы. Легенды (1885-1895). — 1-е изд. по Брайлю. — М.: Просвещение, 1992. — 11 кн. — Перепеч.: М.: Худож. лит., 1980.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.