Милли кейем көнө
Милли кейем көнөнә ҡарата М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында «Минең милли кейемем» фольклор сәғәте үтте.
Был дата календарҙа халыҡтарҙың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итергә, үҫеп килгән быуында халыҡ мәҙәниәте байлыҡ һәм ҡиммәт икәнен аңларға мөмкинлек бирә.
Был дата календарҙа халыҡтарҙың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итергә, үҫеп килгән быуында халыҡ мәҙәниәте байлыҡ һәм ҡиммәт икәнен аңларға мөмкинлек бирә.
Сара барышында ҡунаҡ, Өфө ҡалаһының бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы тарихы музейы директоры Гөлфиә Әфләтунова халыҡ мәҙәниәте һәм халыҡ ижады предметы – ҡулъяулыҡ, ҡулъяулыҡ тарихы, уның көнкүрештә әһәмиәте хаҡында һөйләне, Шулай уҡ XX быуат уртаһында музей фондынан эшләнгән ҡулъяулыҡтарҙы күрһәтте. «Айтасал» мәҙәни үҙәгенән ҡурайсы Һағынбаев Юнир ҡурайҙа башҡорт бейеү көйҙәрен башҡарҙы. Бынан тыш, «Башҡорт милли кейеме» күргәҙмәһенең исем туйы уҙҙы.
Шулай уҡ милли кейем көнө сиктәрендә һуҡырҙар өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн 28-се дөйөм белем биреү коррекция мәктәп-интернатына күсмә сара ойошторҙо. Ҡатнашыусыларға милли башҡорт кейеменең үҙенсәлектәре тураһында һөйләнеләр, уның менән тактиль танышыу мөмкинлеге бирҙеләр. Тос аралашыу күреү һәләте боҙолған балаларға милли мәҙәниәт элементтарын тәрәнерәк тойорға һәм танырға мөмкинлек бирә.


Макарим Хусаинович Тухватшин











