Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһы абонементы уҡыусылары иғтибарына «Берҙәмлек байрағы аҫтында» китап күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды.
Был байрамдың тамырҙары, моғайын, Рәсәй үҙ тарихының иң ҡатмарлы осорҙарының береһен кисергән сыуалыш осорона барып тоташа. Ил Мәскәү Рюриковичтары династияһы ҡыҫырыҡланғандан һуң башланған тәрән сәйәси көрсөккә дусар була: Иван Грозныйҙың вариҫы батша улы Дмитрий серле шарттарҙа һәләк була һәм тәхет өсөн алышта бер юлы бер-нисә билдәле баяр ырыуы, шул иҫәптән Захарьиндар һәм Годуновтар ҡатнаша.