Махсус китапхана абонементы уҡыусыларҙың иғтибарына Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған «Изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы» исемле шәхси китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Мостай Кәрим – билдәле башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы. Уны милли әҙәбиәт аҡһаҡалы тип атайҙар. Шағирҙың яҙмышында байтаҡ һынауҙар була. Хатта иң ҡатмарлы тормош мәлдәрендә лә ул шиғырҙар һәм проза ижад итә, юлдарҙа һәм һүҙҙәрҙә шәхси кисерештәрен һәм ваҡытты тойоу һәләтен ҡалдыра. Тормош юлында осраған кешеләр тураһында яҙа, уларҙы хикәйәләр һәм повестар геройҙары итә, характерҙарын һәм яҙмыштарын һаҡлап ҡала. Оҫтаның әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклеккә күтәрә һәм Рәсәйҙең милли байлығы булып тора.