Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре Еңеү көнөнә открыткалар эшләне
Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре «Нур» балалар үҙәге хеҙмәткәре Юлиана Аҫылгәрәева етәкселегендә ветерандар өсөн ҡотлау открыткалары әҙерләне. Төҫлө ҡағыҙ, йондоҙҙар һәм сәскәләр ҡулланып, 3-сө класс уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына рәхмәт белдерҙе. Балалар өсөн был дәрес оло быуынға хөрмәт күрһәтеү һәм бөйөк батырлыҡ тураһында хәтерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ысын һабаҡ булды.
Шулай уҡ Башҡортостан һуҡырҙар өсөн китапханаһы ҡарамағындағы «Нур» балалар үҙәгендә «Утлы йылдар иҫтәлеге» тактиль ҡул эштәре баҫмалары күргәҙмәһе асылды. Ағас, туҡыма һәм металл иллюстрациялар менән бындай китаптар күреү һәләте боҙолған балаларға тарихты тойоу аша танып белергә, күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтерергә һәм тойғоларҙы образдар менән бәйләргә мөмкинлек бирә. Күргәҙмәлә һуғыш һәм Еңеүгә арналған баҫмалар: «Геройҙарға дан», «Ленинград батырлығы», «Һуғыш тураһында шиғырҙар», «Һуғыш балалары» һәм башҡалар күрһәтелгән.


Макарим Хусаинович Тухватшин












