Девяностолетие библиотеки

Новости

26.04.2025
Уфимские библиосумерки завершились
26 апрелдә йыл һайын үткәрелеүсе «Библиотөн»уҡыуға булышлыҡ итеү буйынса бөтә рәсәй акцияһы үтәсәк. Быйыл акцияның темаһы - "Үҙебеҙҙең геройҙар". Акция сиктәрендә махсус китапханала "Өфө библиоэңерҙәре" үтәсәк.
Фойела ҡунаҡтар республика Хәрби дан музейы һәм Башҡортостан Республикаһының милли музейы экспозициялары менән таныша аласаҡ. Улар Башҡортостан геройҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында һөйләйәсәк. Бында хәрби хәрәкәт зонаһында булған яҡташтарыбыҙға хат яҙырға мөмкин буласаҡ.
24.04.2025
Конкурс по избирательному праву
2025 йылдың 22 апрелендә 18 йәштән өлкән физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьәләләре буйынса республика конкурсы үтте. Сара М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында уҙҙы.
Конкурсты ойоштороусы булып Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы, шулай уҡ Өфө ҡалаһы ҡала округының Киров һәм Октябрь райондары һайлау комиссиялары һәм «Бөтә рәсәй инвалидтар йәмғиәте»дөйөм рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан республика ойошмаһы сығыш яһаны.
18.04.2025
В День национального костюма народов Республики Башкортостан
18 апрелдә Башҡортостан республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнә — ул бөтәһенә лә милли үҙенсәлектең мөһимлеге, ата-бабаларыбыҙҙың мәҙәни мираҫының байлығы хаҡында иҫкә төшөрөүсе байрам.
Халыҡ костюмы халыҡ ижадының ҡиммәтле ҡомартҡыһы. Хәҙерге ваҡытта милли башҡорт кейеме фольклор традициялары үҫешкән райондарҙа бер аҙ үҙгәртелгән килеш һаҡланған. Йыш ҡына традицион кейемде республика музейҙарында һәм унан ситтә генә күрергә мөмкин. Бөгөнгө көндә традицион һыҙаттарҙы оло йәштәгеләрҙең кейеме генә һаҡлай. Йәш ҡатын-ҡыҙҙар һәм ҡыҙҙар байрам көндәрендә һәм туйҙарҙа традицион костюм кейә. Ул художестволы үҙешмәкәрлектә, театрҙа һәм халыҡ спорт ярыштарында һәм уйындарында киң ҡулланыла.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.