Сәйфи Ҡудаш ижады буйынса әҙәби-шиғри сәғәт
Махсус китапханала шағирҙың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған "Сәйфи Ҡудаш - башҡорт әҙәбиәте патриархы" әҙәби-шиғри сәғәте үтте.
Сәйфи Ҡудаш (ысын исеме Сәйфетдин Фәттәхетдин улы Ҡудашев) күренекле милли шағир-классик, башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән.
1894 йылдың 21 сентябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Ҡараяҡуп олоҫо Кляшево ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районында тыуған.
Сәйфи Ҡудаш (ысын исеме Сәйфетдин Фәттәхетдин улы Ҡудашев) күренекле милли шағир-классик, башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән.
1894 йылдың 21 сентябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Ҡараяҡуп олоҫо Кляшево ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Шишмә районында тыуған.
Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа республика тормошонда булған үҙгәрештәргә Сәйфи Ҡудаш «Бәхет ҡануны», «Республика йырлай», «Сөгөлдөр үҫтереүсе Нурулла» шиғырҙар йыйынтыҡтары менән яуап бирә. Ул проза жанрында күп эшләй, замандаштары тураһында хикәйәләр һәм очерктар яҙа, «Мәжит Ғафури» драмаһын ижад итә.
Һуғыш йылдарында Сәйфи Ҡудаш ижады патриотизм, халыҡтың еңелеүһеҙлеге һәм тыуған ерҙе изге яҡлау идеялары менән тулылана. Уның «Саҡырыу», «Бөтә йөрәктән» йыйынтыҡтары, «Ауылдаш» поэмаһы шул турала.
Һуғыштан һуң Сәйфи Ҡудаш лирикала әүҙем эшләй, миниатюралар һәм рубаиҙар яҙа, халыҡ сәсәндәренең һәм милли фольклорының бай традицияларын ижади ҡуллана. Шағир балалар өсөн дә бик күп яҙа.
Сәйфи Ҡудаш тарихи-биографик әҙәбиәт үҫешенә ҙур өлөш индерә. Уның «Яҙға ҡаршы», «Онотолмаҫ минуттар», «Йәшлек эҙҙәре буйлап» мемуар китаптары билдәле шәхестәрҙең тормош мәлдәрен һәм революцияға тиклемге осорҙа төрки халыҡтары мәҙәниәтендә булған тарихи ваҡиғаларҙы дөрөҫ яҡтырта.
Сәйфи Ҡудаш 80-дән ашыу китап авторы. Уларҙың күбеһе рус теленә, СССР халыҡтары телдәренә тәржемә ителгән, сит илдәрҙә нәшер ителгән.
Башҡорт һәм совет әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Сәйфи Ҡудаш Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (ике тапҡыр), Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе»ордендарына лайыҡ була. 1964 йылда С. Ҡудашҡа Башҡорт АССР-ның халыҡ шағиры исеме бирелә, ә 1985 йылда «Шиғырҙар һәм поэмалар» китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.