Тыуған яҡ матурлығы – буяуҙарҙа
М.Х. Төхвәтшин исемендәге Башҡортостан республика махсус һуҡырҙар китапханаһында яңы күргәҙмә асылды. Китапхана коридорын яҡтылыҡ, сағыу төҫтәр һәм тыуған яҡҡа һөйөү хистәренән туҡылған һоҡланғыс картиналар биҙәй.
Рәсемдәр киндерҙә майлы буяу ярҙамында үҙенсәлекле фактур техникала яҙылған. Эре, ҡуйы бумала эҙҙәре картиналарға айырым бер хәрәкәт, күләм өҫтәй, был һүрәттәрҙе айырыуса тере итеп күрһәтә. Һәр ижади өлгөлә күңелгә яҡын һәм таныш күренештәр сағылдырылған: зәңгәр көмбәҙле мөһабәт мәсет-ҡорамдар, боронғо таш күперҙәр, һары трамвай йөрөгән йәмле ҡала урамдары, матур ауыл күренештәре, һәм башҡалар.
Экспозицияла үҙенең тарихы һәм архитектураһы менән билдәле Ишембай районы Верхотор ауылы күренештәре айырым урын алып тора. «Верхотор ауылы» һәм «Верхотор ауылында көҙ» картиналары ауылдың ҡабатланмаҫ мөхитен бик оҫта һүрәтләй: бында күперҙең боронғо таштары ла, йылылыҡ бөркөп торған ағас өйҙәр ҙә, ямғырҙан һуң суҡтарын эйгән көҙгө ағастар ҙа бар.
Был рәсемдәрҙең авторы — талантлы рәссам Марат Баязит улы Ғөбәйҙуллин. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлаған оҫта мастихин менән яҙа башлап, үҙенең ҡабатланмаҫ авторлыҡ стилен студент йылдарында уҡ табыуға өлгәшә. Рәссамдың һүҙҙәренсә, уны Башҡортостан халыҡтарының көнкүреше һәм тәбиғәте илһамландыра. Марат Баязит улы пленэрҙарҙа (асыҡ һауала тәбиғәт ҡосағында) күп эшләй. Картиналары рәссамдың үҙенең холоҡ-фиғелен тулыһынса сағылдыра — ижады менән яҡшы таныш һынлы сәнғәт һөйөүселәре билдәләүенсә, Марат Ғөбәйҙуллиндың картиналары уның үҙе кеүек үк яҡтылыҡ һәм изгелек менән тулы!
Бөтә уҡыусыларыбыҙҙы һәм китапхана ҡунаҡтарын гүзәл сәнғәт өлгөләре менән танышырға саҡырабыҙ!















