"Урал батыр" эпосы көнө
Башҡортостан республикаһы Башлығы Р. Ф. Хәбиров инициативаһы буйынса, "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнде. Был көн йыл һайын 8 июндә үтә. Был турала Башлыҡ ll Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында иғлан итте.
"Урал батыр" эпосы - башҡорт һүҙенең боронғо һәйкәле. Ул 4576 шиғри һәм 19 прозаик юлдан тора. Текст быуындан-быуынға, телдән телгә тапшырыла барған.
Эпос тәүге тапҡыр 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан ике ҡурайсы-сәсән: Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙылып алынған. Оригинал ҡулъяҙма һаҡланмаған. Өфө ғилми үҙәгенең ғилем архивында оригинал 180 биттә генә латин шрифтында, бер-нисә ҡулъяҙма төҙәтмә менән һаҡланып ҡалған.
Тәүге тапҡыр эпос донъяға 1968 йылда "Ағиҙел" журналында ҡыҫҡа вариантта сыға. Тулы публикация "Башҡорт халыҡ ижады"ның беренсе томында баҫтырыла.
Был датаны рәсми рәүештә билдәләү - башҡорт мәҙәниәте, тарихы, милли үҙаңы өсөн "Урал батыр" эпосының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға, шулай уҡ, йәш быуын араһында халыҡ йолаларын һаҡлауға һәм ҡыҙыҡһыныу уятыуға саҡырыла.
"Урал батыр" эпосы көнөнә ҡарата махсус китапханала әҙәби уҡыуҙар үтте. Сарала китапхана ҡулланыусылары һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы студенттары ҡатнашты. Осрашыу барышында ҡатнашыусылар "Урал батыр" эпосынан өҙөктәр менән танышты. Сара дауамында эпостың мәғәнәһе һәм уның башҡорт халыҡ мәҙәниәтенә йоғонтоһо тураһында әңгәмә барҙы. Студенттар әүҙем рәүештә мәҙәни ҡиммәттәрҙең формалашыуында эпостың роле тураһында фекерҙәре менән бүлеште.
Хеҙмәтләндереү бүлегендә "Урал батыр" эпосы - беҙҙең ғорурлығыбыҙ" китап күргәҙмәһе әҙерләнгән.
Күргәҙмә һуҡыр ҡулланыусылар өсөн махсус форматтарҙағы баҫмаларҙы тәҡдим итә:
· ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифтында;
· баҫманың аудио варианты;
· ҡабарынҡы график һүрәттәрҙә.
"Урал батыр" эпосы аҙ тиражда ике китапта нәшер ителгән. Бынан тыш, күргәҙмәлә ҡабарынҡы график һүрәтле альбом, башҡорт һәм рус телендә тауышландырылған вариант бар.

Макарим Хусаинович Тухватшин