Новости

19.06.2024
Книжная выставка произведений Василя Быкова
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан  республика махсус китапханаһы абонементы «Василь Быков – хәҡиҡәт һәм ҡәләм һалдаты» китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Василь Быков 1924 йылдың 19 июнендә Белорус ССР-ы Витебск өлкәһе Ушач районы Бычки ауылында (хәҙерге Белоруссия Республикаһы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1939 йылда Куличи ауыл мәктәбенең 8-се класын тамамлай. 1939-1940 йылдарҙа Витебск художество училищеһының скульптура бүлегендә (уны тамамламай), һуңынан фабрика - завод уҡытыу мәктәбендә дәрестәргә йөрөй. 1941 йылда уны тамамлай, бетонсы һәм арматурсы һөнәрен ала. 
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң Украина ССР-ы территорияһында оборона нығытмаларын төҙөүҙә ҡатнаша.
10.06.2024
Ко дню России
12 июндә илебеҙ мөһим дәүләт байрамын — Рәсәй көнөн, йәки Рәсәйҙең дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү көнөн билдәләй, был байрам 2002 йылға тиклем шулай тип атала.
Бөгөн был байрамды күптәр яңы табыш тип иҫәпләй, Рәсәйҙең үҙ дәүләтселеген раҫлауға, позициялар яулауға һәм Тымыҡ океандан Балтик ярҙарына тиклем һуҙылған көслө дәүләт төҙөүгә күп быуатлыҡ тарихи юлын онота.
10.06.2024
Объявление

         

 
Хөрмәтле уҡыусылар!
«Рәсәй көнө» байрамы менән бәйле, китапхана 11 июндә 17.00 сәғәткә тиклем эшләй.
12 июнь - ял көнө, 13 июнь - эш көнө.  
                                          Администрация

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.