Новости

03.03.2025
Памяти композитора
3 март - күренекле һуҡыр композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғ.Сәләм премияһы, «Филантроп» Халыҡ-ара конкурсының I премияһы , Д. Шостакович исемендәге Рәсәй композиторҙар Союзы премияһы лауреаты - Салауат Низаметдиновҡа 68 йәш тулған булыр ине.
Салауат Низаметдинов бөтә ғүмерен музыкаға бағышлай. Ижадының жанр диапазоны операларҙы һәм симфонияларҙы, хорҙарҙы һәм романстарҙы, драма спектаклдәренә музыканы һәм эстрада йырҙарын үҙ эсенә ала. Ул ике йөҙҙән ашыу эстрада йыры, спектаклдәргә, документаль һәм нәфис фильмдарға музыка яҙа.
27.02.2025
Республиканский творческий конкурс среди детей-инвалидов «Мы не забудем Вас, Герои»
Инвалид балаларға социаль яраҡлашыуҙа, тулы ҡиммәтле, шәхси һәм интеллектуаль үҫештә, инвалид балаларҙа уҡыуға тотороҡло ихтыяж тәрбиәләүҙә ярҙам итеү маҡсатында, 2025 йылда инвалид балалар араһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Беҙ һеҙҙе онотмаясаҡбыҙ, геройҙар» республика ижади конкурсы үткәрелә.
25.02.2025
Литературная встреча с Артемом Бондаренко
Махсус китапханала яҙыусы Артем Бондаренко менән осрашыу үтте. Уның хикәйәләр йыйынтығы махсус  китапхананың тифлобаҫма бүлегендә нәшер ителде. "Ҡәһәрле осрашыу" - Артемдың дебют китабы. Әлеге ваҡытта яҙыусы ӨНТУ-ның информатика, математика һәм робототехника факультетында уҡый. 

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.