Аҡ таяҡ көнөнә 

Ко Дню Белой трости
Аҡ таяҡ халыҡ-ара көнгә ҡарата М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Сиктәрһеҙ донъя" сараһы үтте. 
Китапханасылар мәғлүмәти-ижади калейдоскоп барышында ҡунаҡтарҙы халыҡ-ара Аҡ таяҡ көнөнөң тарихы менән таныштырҙы. Әйткәндәй, был көн 15 октябрь билдәләнә. 

Аҡ таяҡ гел генә һуҡырҙарҙың символы булмаған. Уның тарихы 1921 йылға барып тоташа. Күреү һәләтен юғалтҡан инглиз Джеймс Бигс таяғын, башҡа таяҡтарҙан айырылып торһон өсөн аҡ төҫкә буяй. Бигс йәрәхәттән күреү һәләтен юғалта, әммә был ваҡиға уға кәртә булып тормай. Ул үҙаллы ҡала буйлап хәрәкәт итергә өйрәнә. Тиҙҙән ул башҡаларҙың уның ябай таяғына иғтибар итмәүҙәрен аңлап ҡала, шуға ла таяғын аҡ төҫкә буяй. 
1970 йылдың 15 октябрендә Халыҡ-ара һуҡырҙар ассоциацияһы тарафынан Халыҡ-ара Аҡ таяҡ көнө тип ҡуйыла. Рәсәйҙә был көн 1987 йылдан алып билдәләнә башлай. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы әйтеүенсә, донъяла бөтәһе 39 миллион һуҡыр кеше йәшәй. 
Алексей Падалко етәкселеге аҫтындағы Өфө дәүләт сәнғәт институты "Башфьюжен" джаз-бэнды ижады менән бүлеште. Вокал номерҙары менән Лилиә Ханипова сығыш яһаны. Азат Зәкиров, Салауат Низаметдинов исемендәге конкурста Гран-при алыусы, Өфө сәнғәт училищеһы студенты, Салауат Низаметдинов ижады менән таныштырҙы. 
Осрашыу аҙағында БРО ВОС председателе Галина Бычкова һәм урындағы Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһы председателе Андрей Коптев ҡатнашыусыларға һәм музыканттарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.