Александр Матросовтың ҡаһарманлығына 76 йыл

К 76-летию со дня великого подвига Александра Матросова.
Бөйөк Ватан һуғышы Совет һалдаттарының ҡанлы тарихына бай. Улар араһында геройҙар күп. 19 йәшлек рядовой Александр Матросовтың исеме олоһонан алып кесеһенә тиклем билдәле. Ул үҙ күкрәге менән дошман амбразураһын ҡаплай.
Бөгөн махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре В. И. Ленин паркына (элекул А. Матросов исемендәге парк ине) экскурсия яһаны. “Александр Матросовтың үлемһеҙ ҡаһарманлығы” сараһы яугирҙың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды.
Ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ тураһында шиғырҙар яңғыраны, Әнүәр Бикчәнтәевтың “Бөркөт һауала үлә” әҫәренән өҙөк уҡылды.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.