"Балаганчик" китап театры еңеүсе

Театр книги "Балаганчик" победитель конкурса

Өфөлә Бөтә Рәсәй һуҡырҙар ойошмаһының актерлыҡ һәләте буйынса Республика фестивале үтте. Сарала Бәләбәй, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларынан күреү һәләтен юғалтҡан һәүәҫкәр артистар ҡатнашты. Улар төрлө характерлы дүрт ҡыҫҡа спектакль тәҡдим итте: Николай Лейкиндың "Купис ҡыҙының көндәлеге", Антон Чеховтың "Китте", Эвелина Пиженованың "Мөхәббәткә бөтәһе лә буйһона", Леонид Филатовтың "Мәргән Федот тураһында әкиәт" әҫәрҙәре.
Жюри Өфө труппаһы "Балаганчик"тың сығышын юғары баһаланы. Коллективҡа беренсе урын бирелде. Икенсе урын Бәләбәйгә бирелде, өсөнсө урынды Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез бүлеште.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.