Балалар өсөн эковикторина

Эковикторина для детей
Балаларҙа экологик фекерләү формалаштырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булдырыу маҡсатынан сығып, махсус китапханала, бер үк ваҡытта ишетеү һәм күреү һәләтенән яҙған балалар өсөн, Экология йылына бағышланған “Беҙ тәбиғәт дуҫтары” уйын-конкурсы үткәрелде.
Хәҙерге замандың төп мәсьәләләренең береһе – экологик мәсьәлә. Кешеләрҙең насар ҡыланыштары арҡаһында тәбиғәттә кире процесстар бара. Бының менән нисек көрәшергә, тәбиғәткә ярҙам итеү өсөн нимәләр эшләргә хаҡында балалар “Тәбиғәтте һаҡла” әңгәмәһе барышында танышты.
Шулай уҡ, балалар экологик викторинала ла әүҙем ҡатнаштылар. Һорауҙарға ярышып яуап бирҙеләр. Дөрөҫ яуаптар өсөн уларҙы татлы приздар, “Тәбиғәт һаҡсыһы”, “Урман дозоры”, “Әүҙем ҡатнашҡан өсөн” миҙалдары менән бүләкләнеләр.
Сара “Аңра бүре” тифлокомментарийлы йәнһүрәт ҡарау менән тамамланды.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.