Балаларға һуғыш тураһында

Детям о войне
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Брайль шрифты менән баҫтырылған ике китап донъя күрҙе: “Балаларға 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында” һәм “Балаларға Бөйөк Ватан һуғышы тураһында”. Китаптар рельефлы-графикалы һүрәттәр менән биҙәлгән. Төҙөүсеһе – Н. Дәүләтова, рәссамы – А. Вәлидова – Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре.
“Балаларға Бөйөк Ватан һуғышы тураһында” – 1941-1945 йылдарҙағы һуғыш, Бөйөк Еңеү тураһында һөйләй.
Балаларға 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында”- халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығын һүрәтләгән китап. 1812 йылғы Ватан һуғышы илебеҙ тарихындағы мөһим бит. Был китап балаларға халҡыбыҙҙың батырлығы, башҡорт полктарының ҡаһарманлығы тураһында ҙөйләргә ярҙам итәсәк.
Ике китапта ла төп герой – бүре балаһы. Уның образы рельефлы графикала бирелгән.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.