Башҡортостан - Ҡаҙағстан видеоконференцияһы.

27 мартта Башҡортостан республикаһының һуҡырҙар махсус китапханаһында «Өмөт ҡанаттары» видео-конференцияһы - Өфө һәм Ҡаҙағстандың Ҡустанай ҡалаһының махсус китапханаһының уҡыусылары араһында  үтте.
Осрашыуҙа ике махсус китапхананың уҡыусылары он-лайн режимында - хәҙерге заман йәмғиәтендә инвалидтарға ижтимағи ярҙам күрһәтеү, күреү һәләттәре сикләнгән кешеләрҙең ижади идеяларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге һәм бөтәһе лә файҙалана алған мәғлүмәт алыу мөмкинлеген ойоштороу тураһында фекер алыштылар һәм тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.
Видео-конференцияның аҙағында әңгәмәнең ҡатнашыусылары бер береһенә музыкаль бүләк күрһәттеләр.
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.