Башҡортостанда саха халҡының «Дулуруйар Ньургун Боотур» героик эпосының тулы тексы баҫылып сыҡты.

В Башкортостане издали полный текст героического эпоса народа саха «Дьулуруйар Ньургун Боотур»
 
Башҡортостанда башҡорт телендә саха халҡының «Дулуруйар Ньургун Боотур» (Нюргун Боотур Стремительный) героик эпосының тулы тексы баҫылып сыҡты. Китап "Китап" милли нәшриәтендә 1000 дана тираж менән донъя күрҙе. 
Был баҫма өҫтөндә Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт Институты, Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты, Шулай уҡ Якутия башлығы ҡарамағындағы "Олонхо" Милли ойоштороу комитеты белгестәре эшләгән.
Яҡут эпосын башҡорт теленә тәржемә итеү «Донъя халыҡтары эпостары» халыҡ-ара проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Билдәле булыуынса, элек "Ньургун Боотур Стремительный" ҡырғыҙ һәм алтай телдәренә тәржемә ителгән, шулай уҡ олонхоның тува теленә тәржемәһе тамамлана. Әлеге ваҡытта был эпосты төрөк, ҡаҙаҡ һәм хакас телдәренә тәржемә итеү буйынса эш алып барыла.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.