Белорет ҡалаһында тифлосессия үтте

В городе Белорецк прошла тифлосессия
14 июнь М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Күсәрбаева Ирина Николай ҡыҙы һәм Борисевич Ирина Михаил ҡыҙы Белорет ҡалаһына тифлосессияға барып ҡайттылар. Сарала Башҡортостан республикаһы ҡалаларынан һәм райондарынан дөйөм хеҙмәтләндереү китапхана белгестәре ҡатнашты. 
Тәүге сәләмләү һүҙен Белорет муниципаль район администрацияһы башлығы урынбаҫары Хәйруллин Илгиз Рәхимйән улы алды. Сығышында ул мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәғлүмәт саралары, социаль-мәҙәни яҡтан реабилитациялау эштәренең актуаллеген һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. 
Китапханасылар мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың мәғлүмәт алыу хоҡуғы менән танышты. Түңәрәк өҫтәл артында белгестәр һорауҙарға яуап бирҙе. 
Осрашыу аҙағында ҡатнашыусыларға тифлосессия сертификаты бирелде.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.