Бер уҡыусының бенефисы: Ленар Бикмырҙин

Махсус китапханала Ленар Бикмырҙиндың бенефисы үтте. Ленар Зәки улы - композитор, аранжировкалар яһаусы, йырҙарға текстар авторы, Алтын Барыҫ халыҡ ара премия лауреаты, талантлы башҡарыусы.
Н. Сабитов исемендәге музыкаль мәктәптә С. А. Низаметдинов һәм Д. М. Таһиров класында уҡый. 1993 йылда Стәрлетамаҡта Башҡорт республика мәҙәниәт техникумын тамамлай. С. Низаметдинов менән күп төрлө эштәр алып бара.
Ленар үҙенең һәм башҡа шағирҙарҙың шиғырҙарына 400 ашыу йыр яҙа. Уны Айҙар Ғәлимов, Лилиә Биктимерова, Вәсилә Фәттәхова кеүек йондоҙҙар башҡара.
Ленар Бикмырҙиндың бенефисында халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, "Юлдаш" радиоһы алып барыусыһы Рәниә Билалова ҡатнашты. Үҙенең художество етәксеһен "Умырзая" һәм "Дуҫтар тауышы" коллективтары ҡотланы.
Кисәнең сәбәпсеһе башҡорт, татар, рус һәм итальян телдәрендә йырҙар йырланы.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.