Беҙҙекеләр Дағыстанда

Наши в Дагестане
10 сентябрҙән алып 17 сентябргә тиклем “Берләшеү” шәфҡәтлелек фондының финанс ярҙамы менән Дағыстанда оло сара үткәрелде. Был мәҙәни аҙналыҡ 32 региондан 200-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһынан да ҡатнашыусылар булды.
Бөтә Рәсәй мәҙәниәт һәм һуҡыр-һаңғырауҙарҙы реабилитациялау аҙналығы тантаналы рәүештә асылып китте. “Берләшеү”ҙең президенты Дмитрий Поликанов бөтәһен дә сәләмләне. Артабан Сулаҡлы каньонына сәйәхәт ҡылынды. Был Дағыстандың иң популяр иҫтәлекле урындарының береһе. Шулай уҡ, ошо уҡ көндә Махачкала ҡалаһына барҙылар. Ундағы һөнәрселәр менән таныштылар.
Өсөнсө көнгә ҡунаҡтарҙы “Эльвира” ойошмаһы үҙенең 25 йәшлек юбилейына саҡырҙы. Был ойошма һуҡыр-һаңғырауҙарға ярҙам күрһәтеү өсөн конкрет программаларҙы реализациялау уңайынан булдырылған. Торттарҙы биҙәүҙә бөтәһе лә ихлас ҡатнашты.
Киләһе көн ҡатнашыусылар Дербент ҡалаһына юл тотто. Был музей-ҡалаға 5000 йыл. Сәйәхәтселәр Нарын-ҡала ҡәлғәһен, Джума мәсетен күрҙеләр, шәреҡ кухняһынан ауыҙ иттеләр.
Бишенсе көнгә бөтәһен дә нәззәкәтле Ҡобасы ауылы көтә ине. Унда барып-ҡайтыу 10 сәғәт ваҡытты алды. Әммә был һиҙелмәне, сөнки юлда осраған тәбиғәт матурлығы күңелдәргә хуш килде.
Аҙналыҡ Һары-Ҡомға сәйәхәт менән тамамланды. Тап ошо урында билдәле кинофильм “Сүллектең аҡ ҡояшы” төшөрөлгән.
Сара салют менән тамамланды.
 
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.