Бөтә донъя йәнһүрәт көнө

Ко Всемирному дню мультфильмов
6 апрель Бөтә донъя йәнһүрәт көнө. Ошо йәһәттән, һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы 28-се мәктәп-интернаты уҡыусылары өсөн тифлокомментарийлы “Пингвин балаһы Лоло мажаралары” йәнһүрәтен күрһәтте.
Йәнһүрәт алдынан балалар был көндөң тарихы менән таныштылар. Тап 6 апрель 1906 йылда Vitagraph америка кинематография ойошмаһына нигеҙ һалыусылар Джон Стюарт Блэктон һәм Альберт Смит “Көлкөлө йөҙҙәрҙең комик фазалары” анимацион фильмының тәүге серияларын төшөрәләр. Был планета тарихында тәүге йәнһүрәт. Ошонан һуң, анимация донъяһы ишектәрен аса.
Йәнһүрәттән һуң, балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.