“БРСБС-КЛИК” интернет-клубы

Интернет-клуб «БРСБС-КЛИК»
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы “БРСБС-КЛИК” интернет-клубын аса. Интернет-клуб чатында аралашыу Ватсап приложениеһы аша тауыш-хәбәрҙәр ярҙамында барасаҡ. Төркөмгә теләгән һәр кем ҡушыла ала.
Был һуҡыр ҡулланыусыға, китапханасы менән бергә эҙләнеүҙәр системаһына инергә, белешмәләр базаһына, каталогтарға, цифрлы китапханаларға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген бирә. Китапханасы онлайн режимда ҡулланыусының һорауҙарына яуап бирә, компьютерына кәрәкле файлдарҙы ебәрә ала. Тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында һорауҙар ҡалдыра алаһығыҙ, ә китапханасы, иһә, уға эш ваҡытында яуап бирәсәк.
Интернет-клуб чатына инер өсөн, Ватсап приложениеһын ҡуйырға кәрәк, һуңынан 8-927-943-89-90 телефон һандарын исемлеккә индерергә, ФИО яҙып ебәрергә кәрәк.ып ебәрергә кәрәк.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.