Эдуард Асадов исемендәге һуҡырҙар өсөн Икенсе Бөтә Рәсәй әҙәбиәт эше конкурсы

Второй всероссийский конкурс литературных работ людей с нарушением зрения имени Эдуарда Асадова
Конкурс 25 июль башлана. Сара РФ Хөкүмәте Советы ярҙамында үткәрелә. Ойошторорға ярҙам иттеләр: Алишер Усмановтың "Сәнғәт, ғилем һәм спорт" шәфҡәтлелек фонды, РФ хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы, А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты. 
Быйылғы йылда конкурсҡа совет шағиры һәм прозаигы Эдуард Асадов исеме бирелде. 
Конкурста ҡатнашыр өсөн "Үҙенсәлекле ҡараш" порталында анкета тултырыу мотлаҡ. Конкурста 4 номинация ҡаралған: эпик, лирик, драматик һәм әҙәби-публицистик жанрҙар. Эштәр киләһе темаларға тәҡдим ителеүе мөмкин: "Тыуған ил тураһында", "Мөхәббәт тураһында", "Аҡыллы уҡытыусылар", "Кеше яҙмышы", "Балалар өсөн әҫәрҙәр", "Ғүмер буйы шат-көләс булып", "Һеҙгә һөйләргә теләйем".

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.