Еңеү көнөнә ҡарата акциялар 

Акции ко Дню Победы
"Беренселәр хәрәкәте" балалар һәм йәштәр хәрәкәте Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына ҡарата саралар үткәрә. 
"Еңеү тәҙрәләре" акцияһы. Ҡатнашыусылар биналарҙың тәҙрәләрен биҙәү. Бының өсөн трафареттар, әҙер һүрәттәр, фотографиялар ҡулланыла. Акцияның форматы: ҡатнаш (онлайн һәм офлайн). Маҡсаты: йәш быуынға Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын тәбрикләргә өйрәтеү. Үткәреү ваҡыты: 2 майҙан 9 майға тиклем. Акцияны үҙеңдең квартираңда, белем биреү ойошмалары базаһында, йәштәр иҡтисады инфраструктураларында һ. б. Бөтә актуаль мәғлүмәт https://disk.yandex.ru/d/fF7tatlL9LOUaQ һылтанмаһы буйынса. 
"Үлемһеҙ полк" Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыу. "Минең герой" форматы сиктәрендә акцияла ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә аватарға үҙ ғаиләһенән сыҡҡан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының фотоһын ҡуя. Форматы: онлайн. 
Акция ваҡыты: 25 апрелдән 9 майға тиклем. 
"Үлемһеҙ полк автомобилдәрҙә".
Акцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары геройҙарын автомобилгә йәбештерәләр. 
Форматы: онлайн. 
Акция ваҡыты: 25 апрелдән 9 майға тиклем. 
Артабан тематик формала биҙәлгән транспорт фотоларын социаль селтәрҙәргә һалырға. 
"Еңеү йырҙары" акцияһы. 
Ҡатнашыусылар һуғыш йылдары йырҙарын билдәле тарихи урындарҙа башҡара. Һуңынан социаль селтәрҙәргә һала. 
Форматы: онлайн
Акцияның үтеү ваҡыты: 25 апрель - 9 май. 
"Еңеү классикаһы".
Ҡатнашыусылар "Илем геройҙары" акцияһының автор балаларҙың шиғырҙарын уҡый. Уны видеоға төшөрөп социаль селтәрҙәргә һала. Сара форматы: онлайн. 
Сараны үткәреү ваҡыты: 1-9 май. 
Ошо һәм башҡа акциялар беҙҙе көтә.

 

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.