Еңеү көнөнә
1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышын Еңеү көнө айҡанлы махсус китапханала “Йөрәк хәтере” әҙәби-музыкаль кисәһе үтте.
Ҡунаҡтар алдында “Балаганчик” китап театрының һәүәҫкәр артистары А. Твардовскийҙың “Василий Теркин” пьесаһын сәхнәләштерҙе.
Шулай уҡ, сарала хеҙмәт фронтында ҡатнашыусы, СССР һәм Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы Казбек Исмәғилевтың хәтирәләре яңғыраны. Бөгөнгө көндә уның 20-нән ашыу китабы донъя күргән.
Кисә программаһында волонтерҙар һәм китапхана ҡулланыусылары рус һәм башҡорт шағирҙарының, композиторҙарының әҫәрҙәрен башҡарҙы.
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалында ла һуғыш һәм тыл ветерандарына бағышлап байрам үткәрелде. Ветерандар үҙҙәренең ауыр бала сағы, һуғыштан һуңғы йылдар тураһында һөйләне.