Эрих Ремарк әҫәрҙәре буйынса виртуаль күргәҙмә

Виртуальная выставка по произведениям Эриха Ремарка
Эрих Мария Ремарк - Рәсәйҙә яратып уҡылған немец яҙыусыһы. Совет быуынында ғына түгел, йәштәр ҙә уны ихлас ҡабул итә. "Көнбайыш фронтта үҙгәрешһеҙ" романы ХХ быуаттың иң популяр антихәрби романы һанала. Ә бит үҙ ваҡытында был әҫәрҙе бөтөнләй баҫтырырға теләмәйҙәр. Һәм ошоноң менән ҙур хата эшләйҙәр. 1930 йылда Голливуд фильм төшөрә һәм ике "Оскар"ға лайыҡ була. 
Ремарк 1898 йылдың 22 июнендә Оснабрюк ҡалаһында донъяға килә. Мәктәптән һуң демобилизациялана һәм 1917 йылдың июнендә фронтҡа эләгә. Снаряд ярсығы ҡулына, аяғына һәм муйынына тейеп, ҡаты яралана. Һуғыштан һуң яҙыша башлай, әммә тәүге әҫәрҙәре уңышҡа өлгәшмәй. Шул уҡ ваҡытта ул мәктәп уҡытыусыһы булып эшләй, реклама текстарын яҙа, гәзиттә спорт репортеры була. Әммә "Көнбайыш фронтта үҙгәрешһеҙ" романы өсөн эштән ҡыуыла. 
Роман уға материаль байлыҡ һәм популярлыҡ алып килә, әммә немец нацистары уны бөртөкләп йыйып утҡа яға. 
Э. М. Ремарк йәшәгән мәлендә үк күп кенә наградаларға өлгәшә: I дәрәжә Тимер тәре (ул унан баш тарта), ике тапҡыр Нобелев премияһы лауреаты номинанты, Мезер миҙалы, Ҙур тәре. 1999 йылда уның исеме астероидҡа бирелә. 
Махсус китапхана абонементы уҡыусылары иғтибарына Эрих Мария Ремарктың виртуаль күргәҙмәһен тәҡдим итә. Күргәҙмә менән Виртуаль күргәҙмәләр бүлегендә танышырға мөмкин.

С выставкой можно ознакомиться в разделе Виртуальные выставки.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.