"Ете тажлы сәскә" әкиәтенә"

"Ете тажлы сәскә әкиәтенә"
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре коррекцион мәктәп уҡыусылары өсөн Валентин Петр улы Катаевтың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған тематик сара үткәрҙе. Ҡунаҡтар өсөн әҙәби сәйәхәт әҙерләнде: "Ете тажлы сәскә" әкиәтенә"
Валентин Катаев ҡыҙҙарға һәм малайҙарға "Полк улы" повесын,  "Ете тажлы сәскә" әкиәтен бүләк итеүсе. Яҙыусының әҫәрҙәре бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмай.
Сара барышында балаларға әкиәт геройҙарына сәйәхәткә юлланыу тәҡдим ителде. Һәр туҡталышта уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, ете тажлы сәскә төшөрҙөләр, йомаҡ систеләр, шиғырҙар тыңланылар.
Сара хәрәкәтле уйындар һәм күңелле викторина менән тамамланды.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.