Федор Михаил улы Достоевскийҙың тыуыуына 200 йыл.

К 200-летию со дня рождения Федора Михайловича Достоевского.
11 ноябрь беҙҙең илдә ҙур дата билдәләнә - рус яҙыусыһы Фёдор Михаил улы Достоевскийҙың тыуыуына 200 йыл. Федор Достоевский - фәйләсүф, аҡыл эйәһе, публицист, рус әҙәбиәтенә донъя кимәлендә дан килтергән романдар авторы. 

Был датаға ҡарата М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Рус мәҙәниәтендәге даһи" китап күргәҙмәһе ойошторолдо, "Күңелдәрҙе тетрәткән яҙыусы" уҡыу сәғәте үтте. Әҙәби сәғәт яҙыусы менән танышыуҙан, уның турала ҡыҙыҡлы факттар, донъяға ҡарашы, төп әҙәби әҫәрҙәре тураһында һөйләүҙән башланды. Китапханасылар тауыштан уҡыуҙар ойошторҙо. "Фёдор Достоевский" тифлокомментарийлы документаль фильм ҡарау булды. Сара рус яҙыусыһы Фёдор Достоевскийҙың тормошо һәм ижады тураһында белемде киңәйтеүҙә булышлыҡ итте. 
Был дата айҡанлы саралар махсус китапхананың филиалдарын да урап уҙманы http://brsbs.ru/ru/news/vesti-iz-filialov/29992
Стәрлетамаҡ филиалында "Бөйөк Фёдор Достоевский: тыуған көндән алып 200 йыл" ҡарау өҫтәле әҙерләнде. Бында яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында әҙәбиәт тәҡдим ителде. 
Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре "Достоевский донъяһы" тауышландырылған виртуаль китап күргәҙмәһен ойошторҙо. 
Шулай уҡ Белорет филиалы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә тороп ҡалманы: "Ауыр, әммә ҡыҙыҡлы уҡыуҙар оҫтаһы" тауышландырылған виртуаль китап күргәҙмәһен тәҡдим итте. Виртуаль күргәҙмәләр сиктәрендә ҡулланыусылар бөйөк яҙыусының тормо һәм ижад юлы менән таныша алды 

https://vk.com/wall487208373_311

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.