Филиалдарҙан яңылыҡтар. Белорет.

"Моей душе покоя нет", бенефис читателя - Надежды Киселёвой
Надежда Киселева – махсус китапхананың Белорет филиалында әүҙем уҡыусы. 1954 йылда Пенза өлкәһендә тыуған. 1973 йылда В. Г. Белинский исемендәге Пенза дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Унан һуң рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Әүҙем эше, ҡаҙанған уңыштары өсөн күп миҙал һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Кисәлә Надежда Р. Рожденственскийҙың, М. Цветаеваның, М. Лермонтовтың, Ю. Левитанскийҙың, М. Кәримдең, А. Блоктың шиғырҙарын уҡыны. Рус һәм Совет башҡарыусыларының репертуарҙарынан бер-нисә йыр йырланы. Салауат Низаметдиновтың башҡорт телендәге “Күҙҙәремә ҡара”йыры кисәнең
кульминацияһына әйләнде.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.