Филиалдарҙан яңылыҡтар. Белорет

Үткән ялдарҙа махсус китапхананың Белорет филиалы үҙенең китап уҡыусылары менән Шүлгән-ташҡа сәйәхәт ҡылды. Был заповедник Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан. 1958 йылда барлыҡҡа килгән. 22531 га майҙанды биләй. Төп йүнәлеше – бөрйән
солоҡсолоғон һаҡлау һәм өйрәнеү, тәбиғәт һәйкәле – Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлау. Был мәмерйә күп кенә башҡорт миф, легендаларында
сағылып үтә.
Ошолар хаҡында сәйәхәтселәр экскурсия барышында белде.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.