Филиалдарҙан яңылыҡтар. Стәрлетамаҡ. Белорет.

Вести из филиалов. Стерлитамак. Белорецк.
Рәсәйҙә 15 октябрҙан алып 13 ноябрға тиклем "Аҡ таяҡ" айлығы билдәләнә. Ошо айлыҡта махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалы 5-се мәктәптең 3-сө класс уҡыусылары өсөн изгелек дәресе үткәрҙе. Балалар таяҡтың символикаһын, нисек һуҡырҙарға ярҙам тәҡдим итергә өйрәнделәр. Уйын барышында мөмкинлектәре сикләнгәндәргә иғтибар бүлеү кәрәклегенә төшөндөләр. Шулай уҡ, уҡыусылар һуҡырҙар өсөн Брайль шрифты, насар күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифт, кескәйҙәр өсөн тактиль китаптар менән таныштылар.
Осрашыуға китапхананың әүҙем китап уҡыусыһы Роза үҙенең оҙатыусы эте Джессика менән килде. Ул балаларға оҙатыусы эттәрҙе дрессировкалау үҙенсәлектәре тураһында һөйләне, Джессиканың һөнәрҙәрен күрһәтте.

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхананың Белорет филиалы хеҙмәткәрҙәре "Аҡ таяҡ" айлығында МО ВОС менән берлектә инвалидтар өсөн ҡаланың тарихи-тыуған-яҡ музейына экскурсия ойошторҙолар. Экскурсовод Наталья Попкова Белорет ҡалаһының килеп сығыу тарихы, металлургия комбинаты, еребеҙҙең файҙалы ҡаҙылмалары тураһында һөйләне.
Экскурсанттар башҡорт ҡатын-ҡыҙы костюмының элементтары, йорт кәрәк-яраҡтары, металлургтарҙың эш ҡорамалдары, комбинаттың продукцияһы менән таныша алдылар.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.