Һаҡ булығыҙ! Алдаусылар! 

Осторожно мошенники!
Дуҫтар! Һаҡ булығыҙ! Алдаусыларға тотолмағыҙ! 
Һуңғы арала телефон аша алдаусылар күбәйҙе. Кешеләргә билгеһеҙ номерҙан шылтыраталар һәм хоҡуҡ һаҡсылары органдары булып үҙҙәрен таныштыралар. Аҙаҡ алдаҡ менән аҡса һығалар. 
Алдаусылар бигерәк тә ауыртҡан яҡҡа һуғалар - финанс һәм һаҡлау яҡлашыу тәҡдим итәләр. 
Дуҫтар! Бындай алдауҙарға ышанмауығыҙҙы һорайбыҙ. Һәр банктың үҙ ҡыҙыу линияһы бар. Әгәр һеҙгә шылтыратып, карта номерын һорайҙар икән, трубканы һалығыҙ һәм ҡыҙыу линияға шылтыратығыҙ. 
Ошо ябай хәҡиҡәтте аңлағыҙ, балаларығыҙға һәм туғандарығыҙға аңлатығыҙ. 102 йәки 89997411181 телефонына шылтыратып хәбәр итегеҙ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.