Халыҡ- ара ғилми – ғәмәли конференция

Халыҡ- ара ғилми – ғәмәли конференция
Халыҡ- ара ғилми – ғәмәли конференция
 
2015 йылдың 6 – 9 октябрендә “Күреү һәләттәре булмаған ҡулланыусыларҙы полиэтник өлкәлә мәғлүмәти яҡтан хеҙмәтләндереү” тип аталған Халыҡ- ара ғилми – ғәмәли конференция уҙғарыласаҡ.
Конференцияны ойоштороусылар Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы, Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы.
Конференцияла түбәндәге һорауҙар ҡараласаҡ:
·        Информатизация үҫеше барышында һәм полиэтник өлкә арауығы формалашыуында һуҡырҙар өсөн махсус китапханаларҙың роле;
·        Мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙең үҫә барған этно-мәҙәни ихтияждарын ҡәнәғәтләндереүҙә махсус китапханаларҙың роле.
·        Күреү һәләттәре булмағандарға (һуҡырҙарға) Рәсәй һәм бөтә донъя халыҡтарының милли-мәҙәни байлығын туплау, һаҡлау һәм аңлайышлы форматта еткереү;
·        Махсус китапхана бәйләнештәр булдырыу һәм төрлө милләт вәкилдәре араһында ижади- мәҙәни йәмғиәт ойоштороу өсөн уңайлы осрашыу майҙаны;
·        Халыҡ-ара һәм өлкә-ара китапханалар хеҙмәттәшлегендә күреү һәләттәре насарайған ҡулланыусылар өсөн күп форматлы баҫмалар;
·        Һаулыҡтары булмағандарҙы ижтимағи-мәҙәни яҡтан аяҡҡа баҫтырыу һәм уларға музей саралары менән ҡулланыу мөмкинселеген булдырыу.
Конференция эшендә Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан, сит өлкә һәм илдәрҙән инвалид уҡыусылар менән эшләүсе махсус китапхана белгестәре ҡатнашасаҡ.
Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға теләктәрен белдерҙеләр:АҠШ-тың Колорадо университеты аспиранты Эбигейл Стенгл; Чехияның Брно ҡалаһы Техник музейының һуҡырҙар тарихының документация бүлеге мөдире Элишка Глуши; Зөһрә Йыһанур ҡыҙы Рәхмәтуллина, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса урынбаҫары, философия фәндәре докторы, профессор. Рәсәй дәүләт һуҡырҙар китапханаһы директоры урынбаҫары Елена Васильевна Захарова педагогия фәндәре кандидаты; Рәсәйҙең бөтә өлкәләренән дә тиерлек Һуҡырҙар өсөн махсус китапханалары директорҙары һәм хеҙмәткәрҙәре (Архангельск, Екатеринбург, Киров, Ырымбур, Сахалин Утрауы, Пермь, Татарстан Республикаһы, Тверь, Саха-Якутия Республикаһы, Ульяновск, Силәбе һ.б.). Шулай уҡ конференция эшендә Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан, Удмуртиянан, Ростовтан һәм Хабаровскиҙан белгестәр ситтән тороп ҡатнашырға теләк белдерҙеләр.
Конференция Башҡортостан Республикаһының һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһының 80 йыллығына арнала.
Уҙғарыу урыны:                                                        7 октябрҙә
Конференцияның пленар өлөшө – “Башҡортостан” дәүләт концерт залының бәләкәй залында, Ленин урамы, 50.
Ҡатнашыусыларҙы теркәү иртәнге сәғәт 10-да, пленар өлөшө сәғәт 11-ҙә башлана.
8 октябрҙә
1-се секция– Республикабыҙҙың хәрби Дан музейында, Өфө ҡалаһы, Комаров урамы, 7.
2-се секция–Ш. Хоҙйбирҙин исемендәге үҙәк ҡала балалар китапханаһы, һуҡырҙар һәм насар күреүсе уҡыусылар өсөн 28-се һанлы Өфө ҡала интернат-мәктәбе.
Бәйләнешкә инеү өсөн мәғлүмәт: сайт БРСБС: www.brsbs.ru
Йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырыу буйынса директор урынбаҫары Олег Кушнерук.
8 (347) 273 62 38, ya.okpr2013@yandex.ru
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.