Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөндә

В Международный день слепых
13 ноябрь, Халыҡ-ара һуҡырҙар көнөндә, "Аҡ таяҡ" айлығы тамамлана. Был көндә китапханала "Донъя беҙгә йөрәк аша күренә" изгелек сәғәте үтте. Китапханасылар 126-сы мәктәп уҡыусыларына был көндөң тарихы тураһында һөйләнеләр. 
1745 йылдың 13 ноябрендә Францияла билдәле педагог, Петербургта һәм Парижда һуҡырҙар өсөн мәктәптәр һәм предприятиеларға нигеҙ һалыусы Валентин Гаюи донъяға килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ошо көндө һуҡырҙар көнө тип билдәләй. 

Алып барыусылар, шулай уҡ, Брайль шрифы, һуҡырҙар өсөн приборҙар, ҡабарынҡы географик карталар, глобустар һәм китаптар тураһында ла һөйләнеләр. Китапханасыларҙан балалар аҡ таяҡ тарихы тураһында ла белделәр. 
Гомер, Галилео Галилей, Ванга, Диана Гурцкая кеүек мөмкинлектәре сикләнгән бөйөк шәхестәр тураһында ла һүҙ барҙы. 
Һуҡырҙарҙың ярҙамсыһы - оҙатыусы эттәргә лә иғтибар бүленде. Уларҙың төп маҡсаты - һуҡыр һәм насар күреүсе кешеләргә ярҙам итеү. Оҙатыусы эттәргә ябай тоҡомдар бармай. Иң яҡшыһы немец овчаркалары, лабрадорҙар һанала. Әммә башҡа тоҡом эттәрҙе лә дрессировкалау мөмкин. 
Уҡыусыларға һуҡырҙар өсөн махсус китаптар күрһәтелде. Балалар уны хатта уҡып та ҡаранылар. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художество-график факультеты студенттары балаларға Ван Гогтың "Көнбағыштар" тактиль ҡабарынҡы китабын тәҡдим иттеләр. Картина студенттар ҡулынан башҡарылған.

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.