ХХ быуаттың күренекле офтальмологы.

«Выдающийся офтальмолог ХХ века»
8 август күренекле офтальмолог, Социалистик Хеҙмәт Геройы, РАМТ, РАЕН, ЛАР академигы, РАН корреспондент-ағзаһы, СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, медицина фәндәре докторы, профессор Святослав Николай улы Федоровтың тыуыуына 90 йыл. Ул талантлы хирург, офтальмология өлкәһендә күп асыштар яһаусы, “Күҙҙең микрохирургияһы” ҙур ғилми-техник тармаҡтың уйлап табыусыһы, бөйөк кеше, герой.
Ошо көн уңайынан, һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, профессорҙың тормош һәм эшмәкәрлек юлы хаҡында буклет әҙерләне. Шулай уҡ, буклет йөкмәткеһенә профессорҙың баҫмалары исемлеге, уның интервьюларынан алынған цитаталар индерелгән.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.