Хәтер һәм ҡайғы көнөндә 

В День памяти и скорби
1941 йылдың 22 июне - илебеҙ тарихында иң ауыр даталарҙың береһе. Был көндө Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 
22 июнь махсус китапханала "Тарихыбыҙҙың ҡайғы көнө"  хәтер сәғәте үтте. Китапханасылар Бөйөк Ватан һуғышының тәүге сәғәттәре, совет халҡының батырлығы, ирлеге һәм ныҡлығы тураһында һөйләне. Махсус күҙәтмәлә  уҡыусыларға һуғыш темаһына арналған китаптар тәҡдим ителде. 
"Тауыштан уҡыу" режимында һуғыш балаларының һәм тыл ветерандарының иҫтәлектәре яңғыраны. Аҙаҡ ҡунаҡтар араһында ҡыҙыу әңгәмә барҙы.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.