Издана книга Явдата Ильясова

Издана книга Явдата Ильясова

Махсус китапхана даими рәүештә үҙенең нәшриәт эшмәкәрлеген киңәйтә бара. Бөтә тормошҡа ашырылған баҫма проекттар белемде үҫтереүгә, милләт теленә, йолаларға, фольклор хазинаға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһон һәм ҡыҙыҡһыныу формалаштырырға йүнәлтелгән.

Китаптар заманса тифлоҡорамалдарҙа баҫтырыла, китапхана республика маҡсатлы программалар, һуҡыр ҡулланыусылар һәм муниципаль китапханалар һорауы буйынса эшләй, баҫмалар күбеһенсә тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәтен яҡтырта. "Китап" нәшриәте менән күп йылдар хеҙмәттәшлек итеү башҡорт һәм рус телдәрендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифлы китаптар фондын формалаштырырға булышлыҡ итте. Мостай Кәрим, Наил Ғәйетбаев, Аҡмулла, Салауат Юлаев кеүек билдәле башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре Брайль шрифында баҫтырылды. 
Тик һуҡыр уҡыусылар өсөн китапхана фондында, Башҡортостанда тыуып оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәгән, боронғо һәм урта быуат Урта Азия тарихы тураһында әҫәрҙәр авторы Йәүҙәт Ильясовтың ғына китабы юҡ ине. Уның ижади эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе - туғыҙ повесть һәм романдар, йөҙләгән шиғырҙар, мәҡәләләр һәм тәржемәләр. Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында төрлө йүнәлештә тығыҙ хеҙмәттәшлек бара. Шул иҫәптән, мәҙәниәт өлкәһендә лә. Йәүҙәт Ильясов Башҡорт АССР Бәләбәй кантоны, хәҙерге Йәрмәкәй районында тыуған. Аҙаҡ ғаилә Үзбәкстанға күсеп килә. Уның китаптары бер ҡасан да кәштәлә буш ятмай. Улар китап уҡыусының йөрәгенә дөрөҫ юл таба белә. 
Махсус китапхана ла брайль шрифында Йәүҙәт Ильясовтың "Ҡара тол ҡатын" китабын баҫтырҙы. Рәсәйҙә, Башҡортостанда һәм Үзбәкстанда был берҙән-бер уникаль баҫма буласаҡ. Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң китаптар махсус китапхана фондына тапшырыласаҡ.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.